Маяк
+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Актуаль
25 июнь 2019, 00:55

27 июндә Башҡортостанда алкоголь һатылмай

Был аҙнала, 27 июндә — Йәштәр көнөндә — Башҡортостанда йәнә «ҡоро закон» ғәмәлдә була. Был көндә республика магазиндарында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла.

Был аҙнала, 27 июндә — Йәштәр көнөндә — Башҡортостанда йәнә «ҡоро закон» ғәмәлдә була. Был көндә республика магазиндарында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттары һабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.
«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законына ярашлы, киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем хәмер һатыу тыйыла (элек төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине).ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
http://www.bashinform.ru/news/1322791-27-iyunya-alkogol-v-bashkirii-prodavatsya-ne-budet-/
Читайте нас: