Маяк
+21 °С
Болытлы
җәмгыять
12 Май 2023, 09:46

Укутучы!

Күпме мәгънә, күпме аң, күпме балаларга һәм кешелеккә булган мәхәббәт хисләре туплаган бу сүздә

Укутучы!Укутучы!
Укутучы!

Уҡытыусы!

Ниндәй бөйөк исем!

Кешелеккә белем биреүсе.

Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

            Уҡытыусы... күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә... Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан Шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше – ул Уҡытыусы.  Уҡытыусы һөнәре бик ауыр һәм яуаплы, һәм һәр кем ысын уҡытыусы була алмай. Мин уҙебеҙҙең синыф етәксебеҙ,  уҡытыусыбыҙ  тураһында һөйләргә теләйем. Уҡытыусым Камалова Фәнзилә Фаид ҡыҙы. Ул - үҙ эшенең оҫтаһы, яҡшы белгес. Уның дәрестәрендә мин бик күп ҡыҙыҡлы материал туплайым. Ул ҡағиҙәләрҙең йөкмәткеһен, дәрес темаларын аңлата. Әгәр балалар мәсьәләне хәл итә алмаһа, Фәнзилә Фаид ҡыҙы мотлаҡ тағы бер тапҡыр аңлатасаҡ. Уҡытыусы бер ҡасан да дәрестәрҙән һуң ҡалыуҙан баш тартмай, өҫтәмә рәүештә уҡыусылар менән шөғөлләнә. Уҡыуҙың тәүге көндәренән үк беҙгә уҡыуға һәм эшкә һөйөү, өлкәндәргә хөрмәт, беренсе булырға ынтылыш тәрбиәләй. Уҡытыусыбыҙ менән һәр ваҡыт мәктәп байрамдарында, ярыштарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Һәр ваҡыт абруйлы урындар биләйбеҙ. Мин үҙем генә 300 ҙән артыҡ грамота һәм дипломдарға эйә.Мәҫәлән:  Мәскәү ҡалаһында мәғарифте үҫтереү федераль институты тарафынан ойошторолоп, халыҡ-ара фәнни конференция сиктәрендә узғарылған "Туған телдә уҡыусылар ижады конкурсы" йүнәлеше буйынса халыҡ -ара мастер - класта ҡатнашыусы булараҡ, беренсе урын яулаһам, Өфө ҡалаһында  "Аҡ ҡанаттар " халыҡ - ара конкурс фестивалендә 1 дәрәжә лауреат булдым. Был уңыштар өсөн уға рәхмәтлемен.

        Фәнзилә Фаид ҡыҙы тәрән белемле, ижади эшләүсе оҫта педагог та тип әйтер инем мин.  Уға изгелек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ, тәүәккәллек, әҙәплелек, эш һөйөүсәнлек хас.  Нәҡ Фәнзилә Фаид ҡыҙы беҙгә туған телгә һөйөү тәрбиәләй, уны онотмаҫҡа өйрәтә. Туған телебеҙҙә үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ! Туған телебеҙҙең һәр дәресен ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Фанзилә Фаид ҡыҙына сабырлығы өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Ул-үрнәк булырлыҡ шәхес.

         Сократ уҡытыусыны ямғыр тамсыһы менән сағыштырған. Ысынлап та, ямғыр тамсыһы бар тереклеккә йән өрә, энергия бирә, үҫергә ярҙам итә. Укытыусы ла шул ямғыр тамсыһылай һәр уҡыусының күңел түрен аса, белем орлоҡтарын һалып, уның мөмкинселектәрен асырға ярҙам итә, тормошта дөрөҫ үҫеш, йүнәлеш күрһәтә. Ә инде бөйөк мәғрифәтсе М. Өмөтбаев әйткәнсә “ бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң шул ҡала, бала зиһене- лакмус, ни һөйләһәләр, шул һеңә”. Уҡытыусылар шушы аҡ ҡағыҙға бары тик матурлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек орлоҡтарын сәсергә, заман талаптарына яуап биргән, һәр яҡтан ҡамил булған, фекер йөрөтә алған, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләргә тейеш.

        Уҡытыусы – ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Был изге, ғәҙел, ҡәҙерле хеҙмәт эйәләренә ҡарата маҡтау һүҙҙәре,  дан йырҙары ғына аҙ кеүек. Һәйбәт эштәребеҙ, әҙәпле тәртиптәребеҙ менән рәхмәт ҡайтарайыҡ  тәрбиәселәребеҙгә. Баш эйәйек, уҡытыусыларыбыҙҙы хөрмәтләйек,  дуҫтар!

 

Фаздалова Азалиә Нияз ҡыҙы, Илеш районы муниципаль районы Үрге Йәркәй 4 се һанлы урта белем биреү мәктәбенең 4 се синыф уҡыусыһы.

 

Автор:Энже Гильманова
Читайте нас