Маяк
+16 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
Иҗат
17 март 2021, 18:00

“Мөхәббәттән үҙем теләп баш тарттым...”

Танышым Дилә менән һирәк кенә осрашабыҙ.

Был юлы ул айырыуса моңһоу ине: күптән түгел генә әсәһен ерләп ҡайтҡан, күңеле бихисап хәтирәләрҙән тулышып ҡына бара. Кем менәндер һөйләшеп-аралашып, ҡатмарлы донъяның үкенестәрен, бәлки, бер аҙ еңеләйтәһе килгәндер. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
“ Әсәйем, тәүге ҡарамаҡҡа, һил ғүмер кисерҙе кеүек. Атайым менән ҡәҙимгесә йәшәнеләр, донъябыҙ теүәл булды. Әммә яҡынымдың йөрәгендә йәшлек сере һаҡланғанын белә инем.
Ҡасандыр, йәш саҡта, ул Илһам исемле егет менән аралашҡан. Әсәйем үҫкән ҡасабала йәшәгән ул. Яҡшы күңелле, алсаҡ егет әсәйемдән ун йәшкә кесе булған, әммә был һис кенә лә уға ысын йөрәктән ғашиҡ булырға ҡамасауламаған. Әсәйем ҡаты ауырып, дауаханаға эләккәс, ул уны бер минутҡа ла ташламаған, һөйләшеп, күрше палатаға ятҡан, хәстәр һәм ярҙам күрһәткән.
Әлбиттә, ғашиҡ кеше артабанғы ғүмерен дә уның менән бәйләргә теләгән: кейәүгә сығырға тәҡдим иткән.
Әсәйем дә Илһамға өҙөлөп ғашиҡ булған, тик... уның тормошон боҙорға хаҡым юҡ, тип иҫәпләгән. Беренсенән, ун йәшкә өлкәнерәк, икенсенән ауыр сире бар, был иһә даими дауаланыу һәм бихисап сикләүҙәр талап итә. Унан тыш яҡыным атаһы һәм үгәй әсәһе тарафынан тәрбиәләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙә лә аңлау һәм яҡлау тапмаған.
Илһамды аңлайым: әсәйем йәш саҡта хәтәр сибәр ине. Сир яфалауға ҡарамаҫтан, ул үҙен гел ҡарап йөрөттө, оҙон ҡара толомо иһә уға серлелек, күркәмлек өҫтәй ине.
Ҡыҫҡаһы, әсәйем Илһамдың мөхәббәтен инҡар иткән. “Дуҫ булып ҡалайыҡ”, - тигән ул. Оҙаҡ та тормай, Илһам бер йәштәшенә өйләнгән: күрәһең, үҙенсә, шулай үс алғандыр. Ҡатыны менән нисек йәшәгәндәрҙер, уныһы ҡараңғы, әммә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәре мәғлүм. Улар бөтәһе лә бергә Илһамдың әсәһе менән, бер йортта, шул уҡ ҡасабала көн иткән. Бер аҙҙан әсәйем дә, атайымды осратып, кейәүгә сыҡҡан, мин тыуғанмын.
...Үҫмер саҡта иҫләйем: олатайым янына, шул ҡасабаға ҡайттыҡ. Атайым ул саҡта оҙайлы командировкаға киткәйне. Үгәй өләсәй беҙ ҡайтҡанға ҡәнәғәт булманы, юҡ-барҙан шунда уҡ ғауға ҡуптарҙы. Әсәйем мине етәкләне лә тыуған ауылы урамдары буйлап сығып китте. Йөрөп киләйем, әрләшеп ултырғансы, тигәндер инде.
Юлыбыҙ Илһам йәшәгән йорт янынан үтте (әсәй, бәлки, махсус шул яҡҡа барғандыр). Әмәлгә ҡалғандай, ул ҡапҡа төбөндә нимә менәндер булыша ине, малайҙарын да эйәртеп алған. Береһе минән күпкә ҙурыраҡ, икенсеһе – бәләкәйерәк.
Илһам башта албырғап ҡалды, ә аҙаҡ шул тиклем шатланды. Әйҙүкләп, ихатаға саҡырҙы. Уның күҙҙәрен күрһәгеҙ! Осҡондар сәсәме ни! Унда ни тиклем йылылыҡ, шатлыҡ сағылғанын аңлатырлыҡ түгел. Ә атайымдың әсәйгә бер ваҡытта ла улай ҡарағанын иҫләмәйем...
Күрәһең, Илһам, әсәйемде ғүмер буйы яратҡан, йылы тойғоларын һаҡлаған. Уның әсәһе лә беҙҙе йылы ҡаршы алды. Иҫемдә, ҙур баҡсала, алмағастар аҫтында ултырҙыҡ, күмәкләп сәй эстек. Емештәрҙән ауыҙ иттек. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Икенсе көндө иһә Илһам беҙҙе йылға буйына саҡырҙы, бергәләп уның улдары менән һыу индек, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Ҡатыны был ваҡытта ҡайҙа булғандыр, әйтә алмайым. Беҙ ни, бала-саға, уйындан бушаманыҡ, әсәй менән Илһам яр буйында оҙаҡ әңәмәләшеп ултырғаны иҫтә.
Аҙаҡ беҙҙе атайым килеп алды, тормош һәүетемсә дауам итте. Әсәй оҙаҡ ҡына моңһоуланып йөрөгәнен, кистәрен, бер кем күрмәгәндә, күҙ йәштәрен һөрткәнен дә күргәнем булды. Ул да, күрәһең, Илһамды ғүмер буйы яратҡандыр, шул уҡ ваҡытта уның менән ташлашыу ҙа – фәҡәт әсәйҙең ҡарары.
Бына хәҙер яҡыным донъяла юҡ, ә тере сағында был үкенесле мөхәббәт тарихы тураһында һорарға ҡыймай инем. Йәл, уйҙарын-кисерештәрен үҙе менән алып китте. Ҡайһы саҡта үҙемде әсәйем урынына ҡуйып ҡарайым – мөхәббәттән, уның кеүек, баш тарта алыр инемме? Үҙемсә, юҡ тип уйлаған булам...”
Бына ошондай моңһоу мөхәббәт тарихын бәйән итте Дилә. Һайлау форсаты булғанда, әлбиттә, ҡарарҙы һәр кем үҙе ҡабул итә. Әммә нисек хаталанмаҫҡа һәм ғүмер буйы ғазап утында янмаҫҡа һуң? Был һорауға яуап бармы , дуҫтар?
Фото: image.freepik.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: