Маяк
+18 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауылда льготалы ипотека буйынса программаның башланыуын иғлан итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 3 процентҡа тиклем процент ставкаһы менән льготалы ипотека программаһының башланыуы хаҡында иғлан итте.Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

«Ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға теләгәндәр өсөн ипотека буйынса ставканы субсидиялау башлана. Ҡағиҙәләрҙә 3 процентҡаса ставка менән ауылда йорт һатып алыу, уның өсөн 25 йыл дауамында түләү мөмкинлеге ҡаралған. Бындай ипотеканы бөтәһе лә алырға мөмкин — ҡалала йәки ауыл ерендә йәшәүселәрме, мөһим түгел. Ипотека кредитының суммаһы (тәүге взнос 10% булған осраҡта) — 3 миллион һумға тиклем. Был аҡсаға теләһә ниндәй районда һәйбәт йорт һатып алырға була. Ысынында иһә был — оҙаҡ йылдар буйына бүлеп түләү. Белеүебеҙсә, күп кенә илдәрҙә ошондай мөмкинлек бар, кешеләр үҙҙәре йәшәгән торлаҡ өсөн банктар менән минималь ставка буйынса унар йылдар буйына иҫәпләшә. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә шундай мөмкинлеккә эйә», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Россельхозбанк» ғаризалар ҡабул итә башлаған да инде. Артабан банктар исемлеге киңәйтелә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 0,1% ставка буйынса суперльготалы ипотекаға фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләгән йәки эшләргә йыйынғандар ҙа иҫәп тота ала.
Башҡортостанда йәшәүселәргә ауыл ипотекаһын алыу шарттары тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1422860-glava-bashkirii-radiy-khabirov-obyavil-o-starte-programmy-po-lgotnoy-ipoteke-na-sele/
Теги: ауыл ипотекаһы
Читайте нас: