-5 °С
Болытлы
Шуға ла мин беләм тел кәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм тугел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм куңел!..
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ
Чыганак: https://vk.com/wall-30125918_2252
#башҡорттелекөнө2024
#деньбашкирскогоязыка2024